

Быйыл 1 марттан Башҡортостан юлдарында фотовидеокамералар һаны 1815 етәсәк. Әлегә улар — 1144.
Был хаҡта бөгөн Республикаға идара итеү үҙәге БСТ телеканалының “Сәләм” тапшырыуының тура эфирында һөйләне.
"Былтыр йәй Шаран районы Яңы Йомаш ауылында йәшәгән ханым социаль селтәрҙәрҙә, ауылда камера кәрәклеге тураһында яҙғайны - ауыл аша үткән юлда машиналарҙың ҙур тиҙлек менән йөрөүе халыҡ өсөн хәүефле булған. Республиканың юл хужалығы идаралығы һәм район хакимиәте менән берлектә мөрәжәғәт буйынса эшләнек, һәм әлеге юлға камера ҡуйылды. Ауыл советы мәғлүмәте буйынса, хәл яҡшы яҡҡа үҙгәргән", - тиелде эфирҙа.
Республикаға идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системалары күрһәтеүенсә, үткән тәүлектә иң күп мөрәжәғәт торлаҡ-коммуналь хужалығы темаһына булды - 136. Халыҡ ҡарҙы таҙартыуҙы һорай. Икенсе урында - төҙөкләндереү (131 хәбәр). Өсөнсөлә - юлдар темаһы (118).
Башҡортостан халҡын тағы ниндәй темалар борсоуы тураһында тулыраҡ - беҙҙең видеола.
Фото: Республикаға идара итеү үҙәге төркөмөндәге видеонан скриншот.