

Республикаға идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системаһына һәр көн республика халҡынан меңдәрсә мөрәжәғәт килә. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 11-се класс уҡыусыһы инша яҙыу буйынса имтиханға кереү өсөн ПЦР-тест тапшыра. Үҫмер анализды урындағы поликлиникала 31 ғинуар тапшыра, ә иншаны улар 2 февраль яҙырға тейеш була. Беренсе февраль көнө анализ һөҙөмтәһе билдәле булмағас, әсәһе был хаҡта борсолоп социаль селтәргә яҙа.
Борсоуға ҡалған әсә менән тиҙ арала Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре бәйләнешкә сыға һәм баланың мәғлүмәттәрен һорап ала. Улар тиҙ арала Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән хәлде яйға һала.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының 2-се дауаханаһының баш табибы хәбәр итеүенсә, уҡыусының ПЦР-тесының һөҙөмтәһе билдәле булған, ковид сире асыҡланмаған һәм үҫмер инша яҙыу имтиханына өлгөргән.
Борсоған һорауҙарығыҙҙы Республикаға идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системаһына яҙа алаһығыҙ.
Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.