

Башҡортостанда республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән Күп функциялы үҙәктең яңы проекты старт алды. Ул бик әһәмиәтле – бер нисә төр пособиеға берҙәм ғариза тураһында.
Кеше бер ғариза яҙа һәм бер юлы биш социаль ярҙам сараһы ала. Тимәк, биш документ урынына бер генә пакет йыйырға кәрәк. Ә унда - 15 төрлө белешмә! Проект әлегә бер ҡалала – Бөрөлә һынап ҡаралды һәм уңышлы ғына.
Былар барыһы ла – социаль ярҙам саралары темаһын дауам итеү. Ошо хаҡта башҡорт һәм рус телдәрендә "Сәләм" тапшырыуында Республикаға идара итеү белгестәре һөйләне. Ҡунаҡ – Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге директоры Эльвира Абдуллина. Кешеләр соцселтәрҙә "Минең осраҡта дәүләттән ниндәй ярҙам ҡаралған?" тигән һорау менән йыш мөрәжәғәт итә. Ғаиләләр ниндәй түләүҙәргә иҫәп тота ала? Ни өсөн ҡайһы саҡта был түләүҙәр бирелмәй?
Башҡортостанда 40-тан ашыу социаль ярҙам сараһы күрһәтелә. Уларҙың үҙегеҙгә тейешлеһен Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге сайтында интерактив консультант ярҙамында белергә мөмкин: (https://calc.bashkortostan.ru/advnew/Default.aspx). Унда барыһы ла ябай – анкета тултырығыҙ һәм дәғүә итә алған саралар исемлеген алаһығыҙ. Сервис бик уңайлы. Иң мөһиме – ғаиләнең йән башына уртаса килеме төбәктә йәшәү минимумынан артмаҫҡа, ул аҙ тәьмин ителгән тип иҫәпләнергә тейеш.
Тура эфирҙа әйтелгәндәрҙең барыһын да Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге сайтында табырға мөмкин: https://rcspn.mintrudrb.ru/posts/196423
Статистика буйынса, тәүлек эсендә беренсе урында юлдар темаһы – 124 мөрәжәғәт, бигерәк тә ҡарҙан һәм боҙҙан таҙартмау осраҡтары хаҡында яҙалар. Икенсе урында - һаулыҡ һаҡлау темаһы, шул иҫәптән коронавирус (95), өсөнсөлә – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ (78), дүртенселә – төҙөкләндереү (69), бишенселә – социаль яҡлау мәсьәләләре (44).
Хәл ителгән инциденттар араһынан сүп-сар сығарыу, биләмәләрҙе, юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу тураһында һөйләнеләр.
Фото: "Башинформ".