Башҡортостанда кеше бәхетһеҙлегенә битараф булмаған халыҡ йәшәй, әлеге хәлдә быны тағы бер тапҡыр иҫбатланыҡ. Республика бөгөндән мохтаждарға — Луганск һәм Донецк республикаларынан эвакуацияланған ҡатын-ҡыҙға, балаларға, ололарға йәшәү урыны, эш бирергә һәм ярҙам итергә әҙер.
Гуманитар ярҙам йыйыу тураһында Башҡортостандың барлыҡ ҡалаларында һәм райондарында иғлан ителде. Мәҫәлән, Шаран районы хакимиәте башлығы Фидан Ишемғолов (https://vk.com/wall514105692_4428) яҡташтарына республикаға эвакуацияланған халыҡ менән эшләү тәжрибәһе барлығын иҫкә төшөрҙө — 2014-2015 йылдарҙа беҙ Үҙәкләштерелгән рәүештә Украинанан 2500 кешене ҡабул иттек. Был юлы ярҙам итергә әҙербеҙ.
Межгорье ябыҡ ҡала биләмәһе халҡын социаль селтәрҙәрҙә аҡсалата ярҙам күсерергә тәҡдим итәләр.
Белоретта гуманитар ярҙам йыйыу пункты көн һайын 09.00-ҙан 18.00 сәғәткә тиклем асыҡ. Бында боҙолмай торған аҙыҡ-түлек пакеттары, әйберҙәр (https://m.vk.com/wall-172754458_25377) ҡабул ителә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡарары менән эвакуацияланғандарға ярҙам итеү өсөн оператив штаб булдырылды. Киләсәк халыҡ медицина ярҙамына, ваҡытлыса приютҡа, эшкә иҫәп тота ала.
Өфөлә "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһендә эвакуацияланған Луганск һәм Донецк республикалары граждандарына йәмәғәт ярҙамы күрһәтеү штабы эшләй.
Кейем-һалым, аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена әйберҙәрен түбәндәге адресҡа килтерергә мөмкин: Өфө, Цюрупа урамы, 17 (эш көндәрендә 9.00 сәғәттән алып 21.00 сәғәткә тиклем, ял көндәрендә 9.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем).
Штабтың телефоны: 8-800-201-89-03.
Республикабыҙға киләсәк эвакуацияланғандарға ярҙам итергә теләһәгеҙ, республиканың Ситуация үҙәгенә шылтыратығыҙ: 8 (347) 218-19-19. Шылтыратыуҙар көн һайын 8.00-ҙән 20.00-гә тиклем ҡабул ителә.
Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.