Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
24 Февраль 2022, 18:30

Ә һеҙҙә урамдар яҡтыртыламы?

"Халыҡтың проблемаларын хәл итеүҙә ҡатнашҡан хеҙмәткәрҙәребеҙгә рәхмәт белдерәбеҙ”.

Ә һеҙҙә урамдар яҡтыртыламы?
Ә һеҙҙә урамдар яҡтыртыламы?

Республикаға идара итеү үҙәге һуңғы осорҙа урамдарҙы яҡтыртыу буйынса ниндәй эштәр башҡарылыуы тураһында хәбәр итеп, социаль селтәргә яңы яҙма ҡуйҙы.

“Һәр ҡайҙа ла системалы эш кәрәк. Урамдарҙа фонарҙарҙың янмауы тураһында социаль селтәрҙәрҙә күренгән хәбәрҙәр “Инцидент-менеджмент” һәм Кире бәйләнеш платформаһына эләгә.

“Өфөнөң Владивосток урамындағы 2/1-се бина эргәһендә фонарь янмай” тигән хәбәрҙе алыу менән Республикаға идара итеү үҙәгенең мониторинг хеҙмәте муниципалитеттағы хеҙмәттәштәре менән бәйләнешкә инде. Артабан эшкә “Уфагорсвет” хеҙмәткәрҙәре ҡушылды. Хәҙер ут яна, фонарҙар ремонтланған.

2 февралдә Күгәрсен районының Мораҡ ауылындағы Дзержинский урамында лампалар алмаштырылды. Урамда ҡараңғы булыуы тураһында Республикаға идара итеү үҙәгенә килгән ялыу буйынса эш башҡарылды. “Теплосеть” электриктары мәсьәләне оператив хәл итте.

Халыҡтың проблемаларын хәл итеүҙә ҡатнашҡан хеҙмәткәрҙәребеҙгә рәхмәт белдерәбеҙ”, - тип белдерҙе Республикаға идара итеү үҙәге командаһы.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: