Дистанцион уҡыу: яҡшымы, яманы? Коронавирус арҡаһында ситтән тороп уҡыу һәм эшләү ысын мәғәнәһендә тормошобоҙға үтеп инде, балалар ҙа, өлкәндәр ҙә компьютер артында ултырып эшләргә өйрәнде.
Дистанцион уҡытыуҙың ыңғай һәм кире яҡтары тураһында бөгөн иртәнге “Сәләм” программаһында тура эфир барышында һөйләштеләр. Ҡунаҡҡа Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүләтбердин саҡырылды.
Республикаға идара итеү үҙәгенең социологик тикшеренеүҙәренең береһе мәктәп уҡыусыларының ситтән тороп уҡыуына арнала. Һорау алыуға мәктәп йәшендәге балалары булған ата-әсәләр йәлеп ителгән.
Ата-әсәләр фекеренсә, дистанцион уҡыу мәлендә балаларҙың уҡытыусылар менән туранан тура бәйләнеше етмәй тип иҫәпләй (56 %). Кире яҡтарынан тағы ла бер етешһеҙлек тип ата-әсәләр балаларҙың компьютерҙа оҙаҡ ултырыуын, бының һаулыҡҡа кире йоғонто яһауын билдәләй (47 %), белемгә объектив баһаның булмауы (33 %) һәм химия, биология, физика буйынса практик дәрестәрҙең етешмәүен әйтә (37 %).
Ыңғай яҡтар: был формат уңайлы мөхиттә уҡырға мөмкинлек бирә, бынан тыш, компьютер һәм Интернетҡа инеү мөмкинлеге булһа, уҡыуҙы теләһә ҡайһы урындан үткәрергә мөмкин. Алыҫ ауылдарҙан балалар көслө уҡытыусылар, республиканың һәм Рәсәй кимәлендәге профессорҙар менән эшләй ала.
Дистанцион белем биреүҙе индереү — ваҡытлыса, мәжбүри сара. Пандемия мәлендә балалар һаулығы беренсе урынға ҡуйыла. Ә ата-әсәләрҙең 66 проценты ошо мәлдә коронавирус йоҡтороу хәүефен кәметеүҙе таныған. Бөгөн иһә бөтә мәктәптәр ҙә тиерлек ҡәҙимге белем алыуға ҡайтты.
Һуңғы тәүлектең статистикаһы тураһында. Республика халҡын юлдар һәм ҡар таҙартыу темалары борсой — 160 мөрәжәғәт килгән, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр (74) һәм йәшелләндереү (52 мөрәжәғәт) буйынса мөрәжәғәттәр ҡабул ителгән.
#ЦУРБашкортостан #Салям