Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
25 Февраль 2022, 19:45

Чернолеста һыу проблемаһы хәл ителгән

"Беҙ көн һайын һыуһыҙ ултырырға тейешме?"

Чернолеста һыу проблемаһы хәл ителгән
Чернолеста һыу проблемаһы хәл ителгән

Республикаға идара итеү үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, былтыр май айында Өфө районының Чернолес ауылы халҡы һыу башняһын эш һәм ял көндәрендә бер нисә сәғәткә ябып торасаҡтарына дәғүә белдереп мөрәжәғәт иткән. Көн һайын кешеләр һыуһыҙ ултырырға тейешме, тип борсолған улар.

Республикаға идара итеү үҙәге белгестәре Өфө районы хакимиәте менән бәйләнешкә ингән. Асыҡланыуынса, ауылды һыу менән тәьмин итеү һыу башняһы аша хәл ителә, уларҙың күләме һәм бейеклеге иһә халыҡты тейешенсә кимәлдә һыу менән тәьмин итеү мөмкинлеген бирмәгән, бигерәк тә эҫе мәлдә.

Муниципалитетта аңлатыуҙарынса, һыу тәьминәтен һүндереү сараһыҙлыҡтан булған. Мәсәьәләне хәл итеү өсөн башняны алмаштырыу һәм ике өҫтәмә скважинаны төҙөкләндереү талап ителгән.

Ниһайәт, ошо көндәрҙә был эш тормошҡа ашырылып, Чернолес ауылы халҡы һыу менән өҙлөкһөҙ тәьмин ителгән.

Әйткәндәй, былтыр Республикаға идара итеү үҙәгендә һыу темаһына ҡағылышлы 685 мөрәжәғәт хәл ителгән.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: