Европаның күпселек илдәре менән һауа транспорты өсөн күк йөҙөн ябыу һәм авиабәйләнеште туҡтатыу был ваҡытта сит илдә булған Башҡортостан халҡын хәүефләндерә. Ойошҡан рәүештә сәйәхәт иткән туристар һаны ғына ла унда 1800 самаһы. Үҙаллы сәфәр ҡылғандар ҙа бар.
Кешеләрҙе бәләлә яңғыҙ ҡалдырманылар. Росавиация, Сит ил эштәре министрлығы, Транспорт министрлығы, Туризм буйынса федераль агентлыҡ, Башҡортостан Республикаһы властары ватандаштарыбыҙ өйҙәренә ҡайтһын өсөн бар көсөн һала.
Рәсәйгә ниндәй рейстар менән ҡайтып була? Вакцинацияға ҡайҙа һәм ниндәй талаптар? Былар тураһында карточкаларҙа.