“Башавтотранс” 2022 йылдың 25 февралендә Өфөлә “Белореченский” биҫтәһе – “Үҙәк” сауҙа комплексы маршруты буйынса 17 С һанлы яңы маршрут асты. Көн дауамында 72 рейс башҡарыла, көндөң ҡыҙыу ваҡытында автобустар 20 минут һайын йөрөй. Әлегә был автобустар тест режимында эшләй.
Бөгөн иртән ошондай яҡшы хәбәрҙәр менән Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенән БЮТ телеканалының “Сәләм” тапшырыуында тура эфирға сыҡтылар.
Һуңғы тәүлектә республика халҡынан төҙөкләндереү темаһына 47 мөрәжәғәт килгән. Юлдар темаһы икенсе урында (46), өсөнсөлә – коммуналь хужалыҡ (44). Хәҙер халыҡтан ҡар буйынса мөрәжәғәттәр урынына юлдарҙы ремонтлау, соҡорҙарҙы ямау эштәре буйынса мөрәжәғәттәр йышыраҡ килә. Яҙ бит!
Ә юл ремонты мотлаҡ буласаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, дүшәмбе көн, 28 февралдә, оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров республика юлдарында төҙөкләндереү буйынса эште көсәйтергә ҡушты. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы һәм муниципалитет хакимиәттәре был мәсьәлә менән шөғөлләнә, ә Республикаға идара итеү үҙәгендә был мөрәжәғәттәрҙе теркәйҙәр, һәм коллегаларыбыҙ, әлбиттә, уларҙы үҙ эшендә иҫәпкә алалар.
Барығыҙға ла яҡшы көндәр!
Фото: "Башинформ".