Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
6 Март 2022, 23:00

"Иремде ҡотҡарығыҙ!.."

Байрам көндәрендә өйҙә, ғаиләгеҙ янында ҡалыуығыҙ яҡшыраҡ булыр.

"Иремде ҡотҡарығыҙ!.."
"Иремде ҡотҡарығыҙ!.."

Республика юлдарындағы боҙлауыҡ, буран, ҡар өйөмдәре был юлы ла автомобиль йөрөтөүселәргә байтаҡ уңайһыҙлыҡтар тыуҙырҙы. Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенә килгән мөрәжәғәттәрҙең дә күбеһе - тап ошо мәсьәлә буйынса.

Мәҫәлән, Өфөлә йәшәгән ир баш ҡалаға барып етә алмаған һәм Бәләбәй районының Байраҡ ауылы янында туҡтарға мәжбүр булған. Ә өйҙә уның ауырлы ҡатыны һәм бәләкәс балаһы ҡалған. Борсоулы ҡатын ирен "ҡар тотҡонлоғо"нан азат итеүҙәрен һорап яҙған.

Мөрәжәғәтте алыу менән Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре зыян күреүсенең адресын, ҡайҙа ултырғанын асыҡлап, Бәләбәй районы хакимиәте менән бәйләнешкә ингән. Ғәҙәттән тыш хәл төн уртаһында теркәлгән булыуға ҡарамаҫтан, юл хеҙмәткәрҙәре өсөн ул ваҡыт - эш сәғәте. Ярҙамға килгән хеҙмәткәрҙәр машинаны тәүге тапҡырҙан сығара алмаған, тракторға алмашҡа ҡар таҙартыу машинаһы килгән. Ул Анновка - Сәрмәсән юлын таҙартҡас, автомобилде ҡар өйөмөнән ҡотҡарғандар.

Синоптиктар һауа торошоноң боҙолоуын иҫкәртеүгә ҡарамаҫтан, күптәр алыҫ юлға сығыуҙан туҡтамай. 7-8 мартта һауа температураһының республика буйынса төндә -14, -19, аяҙайтҡанда -21, -26 градусҡа тиклем күтәрелеүе көтөлә. Ә көндөҙ -8, -13 буласаҡ. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, байрам көндәрендә өйҙә, ғаиләгеҙ янында ҡалыу яҡшыраҡ булыр.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.

 

"Иремде ҡотҡарығыҙ!.."
"Иремде ҡотҡарығыҙ!.."
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: