Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
10 Март 2022, 14:15

Баланы автобустан төртөп төшөрмәксе булған...

Бының өсөн ҡатынды эштән ҡыуырға ҡарар иттеләр.

Баланы автобустан төртөп төшөрмәксе булған...
Баланы автобустан төртөп төшөрмәксе булған...

Өфө ҡалаһында кондуктор уҡыусыны автобустан ҡыуып сығарырға маташҡан, сөнки ул юл хаҡын телефондан Google Pay сервисы аша түләй алмаған (билдәле булыуынса, илебеҙгә ҡарата индерелгән иҡтисади санкцияларға бәйле, был хеҙмәт Рәсәйҙәге эшмәкәрлеген туҡтатты).

Үҫмер 101-се маршрутта китеп барған. Терминалға үҫмер ике тапҡыр телефонын терәп ҡарай, әммә түләү башҡарылмай. Киләһе туҡталышта кондуктор малайҙы, бер ыңғайҙан мыҫҡыллап, ишеккә этәрә башлаған. Быны күреп, бер пассажир ҡаршы төшкән һәм бала өсөн юл хаҡын түләргә тәҡдим иткән. Хеҙмәткәр ҡатын оҙаҡ ҡына низағлаша, ләкин аҙаҡ ризалаша.

Әйткәндәй, был "Башавтотранс" кондукторҙарының балаларҙы, закон быны тыйыуға ҡарамаҫтан, туҡталыштарҙа төшөрөп ҡалдырған тәүге осраҡ түгел. Мәҫәлән, ғинуарҙа Михайловка ауылында телефонының көсө бөтөү сәбәпле юл хаҡын түләй алмаған уҡыусы ҡыҙҙы автобустан төшөрөп ҡалдырғандар ине.

Әлеге хәл буйынса автотранспорт предприятиеһынан рәсми яуап алынды. "Башавтотранс" дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры урынбаҫары С. А. Паскин хәбәр итеүенсә, инцидент буйынса кадрҙар комиссияһы ултырышы булған, хәлде тикшергәндәр һәм кондукторҙы эштән бушатырға ҡарар иткәндәр. Бөтә кондукторҙар менән дә пассажирҙар менән мөғәмәлә итеү буйынса өҫтәмә инструктаж үткәреләсәк. Ә пассажирҙарға, бындай хәлдең артабан да булыу ихтималын күҙ уңында тотоп, юл хаҡын башҡаса – карта йә ҡулаҡса менән түләргә кәңәш итәләр. Был хаҡта транспорт сараларында белдереүҙәр эленәсәк.

Фото: https://vk.com/ufa_novosti02

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: