Баш ҡаланың "Спорт" туҡталышының автомобилдәр үтеп йөрөгән өлөшөндә асфальт өңөлгән дә ярайһы ҙур соҡор барлыҡҡа килгән. "Бына ниндәй йәмһеҙ күренеш", - тип, был хаҡта өфөлө Александр Николаев социаль селтәрендә хәбәр иткән.
Республикаға идара итеү үҙәге системалары был яҙманы 24 февралдә теркәй. Совет районы хакимиәте инцидентты хәл итеүгә ала. Быға күпмелер ваҡыт талап ителә.
11 мартта юл эшсәндәре туҡталыштағы был юл өлөшөн тикшерә һәм соҡорҙо ямап ҡуя.
Республикаға идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системалары үткән тәүлектә юлға ҡағылышлы - 30, төҙөкләндереү буйынса 14 мөрәжәғәт ҡабул иткән.
Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәренән.