Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
15 Март 2022, 15:30

Аҡсағыҙ тыныс ятһын...

Иҫәптә аҡсаға Visa йәки MasterCard карталары бәйләнгән булһа, аҡса янып юҡҡа сыҡмаҫмы? Элеккесә телефон аша түләп булырмы?..

Аҡсағыҙ тыныс ятһын...
Аҡсағыҙ тыныс ятһын...

Башҡортостан Милли банкы идарасыһы Марат Кашапов әйтеүенсә, банк иҫәбендә ятҡан аҡсаны алырға кәрәкмәй. Күптәр был кәңәшкә ҡолаҡ һалды ла инде.

Көнбайыш илдәре санкциялары баҫымы шарттарында беҙҙең тормошобоҙ ҡырҡа үҙгәрҙе. Халыҡтан һорауҙар күп килә. Иҫәптә аҡса ята, ә уларға Visa йәки MasterCard карталары бәйләнгән булһа, аҡса янып юҡҡа сыҡмаҫмы?  Apple Pay, Google Pay һәм башҡа мобиль сервистар эшләрме? Элеккесә телефон аша түләп булырмы? Ҡайһы илдәрҙә “Мир” картаһын файҙаланып була? Ҡайҙа валюта һатып алырға мөмкин?

Был һорауҙарға яуапты Республикаға идара итеү үҙәгенең “Сәләм “ программаһындағы тура бәйләнешендә алырға мөмкин. Бөтә мәғлүмәт  Объясняем. Башкортостан ресурсында буласаҡ.

Һуңғы тәүлектә “Инцидент-менеджмент” мәғлүмәт системаһына иҡтисад һәм бизнес мәсьәләләре буйынса 66 мөрәжәғәт килгән. Юлдар буйынса һорауҙар – икенсе урында (52), торлаҡ-коммуналь хужалығына ҡағылғандары - 48.

Фото:rbc.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: