Март һыуығы беҙҙе ташлап китергә йыйынмай әле. Ҡар ҙа ныҡлы ята, халыҡҡа уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. 2 мартта Сипайлово биҫтәһендә йәшәгән Альбина Маточкина социаль селтәрҙә балаларҙың уйын майҙансығында ҡар күплегенә зарланған.
“Ҡариҙел йылғаһы ярындағы балалар майҙансығын бер нисек тә ҡарҙан таҙарта алмайҙар. Балаларға уйнарға урын юҡ, көрт буйлап йүгерәләр,”- тигән хәбәр “Инцидент-менеджмент” системаһына килеп эләкте.
Беҙ Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре менән бәйләнешкә индек, эшкә йорттоң идарасы компанияһы - 68-се торлаҡ-эксплуатация идаралығы ҡушылды", - тиҙәр Республикаға идара итеү үҙәгендә.
4 мартта балалар майҙансығы ҡар-боҙҙан таҙартылған.
2022 йылдың 1 ғинуарынан 14 мартына тиклем Республикаға идара итеү үҙәге балалар һәм спорт майҙандарын ҡарҙан таҙартыу тураһында 43 хәбәр алған. Сағыштырыу өсөн: былтыр ошо осорҙа был темаға ни бары 18 хәбәр килгән.