Былтыр декабрҙә Благовар районының Иҫке Һынны ауылы балалар баҡсаһындағы мәсьәлә буйынса ата-әсәләр социаль селтәр аша мөрәжәғәт иткән.
“Беҙҙең Иҫке һанны ауылындағы балалар баҡсаһында һыуыҡ. Шуға ла балалар йыш ауырый. Сабыйҙар унда быйма, йылы кофта-бишмәттәрҙә йөрөй. Свитер, ыштан кейеп йоҡлайҙар. Беҙгә эшкә йөрөргә кәрәк булғас, балаларҙы һыуыҡ балалар баҡсаһында ҡалдырырға мәжбүрбеҙ. Ошо йәһәттән ярҙам итеүегеҙҙе һорайбыҙ. Сабыйҙарыбыҙ балалар баҡсаһына йөрөһөн, даими ауырымаһын ине. Беҙҙе ишетерһегеҙ, ярҙам итерһегеҙ тип ышанабыҙ”, – тип яҙған ата-әсә.
Благовар районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 28 декабрҙә улар Первомайский ауылының “Шыршы” балалар баҡсаһы филиалы – Иҫке Һанны балалар баҡсаһында булған һәм был мәсьәләне иҙәнде фольгоизолин, ОСП менән йылытыу юлы аша хәл итергә ҡарар ҡылғандары хаҡында белдергән.
Ошо көндәрҙә Благовар районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Зәбитә Ишмәтова биргән һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Иҫке Һынны ауылындағы балалар баҡсаһында төркөм һәм бәҙрәф бүлмәләрендәге иҙәнде йылытыу буйынса ремонт эштәре тамамланған. Тимәк, хәҙер балалар өшөмәйәсәк.
Фото: Благовар район хакимиәте.