Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
15 Март 2022, 16:05

Балалар көрттә уйнарға мәжбүр

Быйыл ҡарҙың күп булыуы сәбәпле, юлдар ғына түгел, балалар майҙансыҡтары ла таҙартылып өлгөрмәй.

Балалар көрттә уйнарға мәжбүр
Балалар көрттә уйнарға мәжбүр

Һуңғы көндәрҙә яуған ҡар күп мәшәҡәттәр өҫтәп кенә ҡалманы, шулай уҡ байтаҡ  проблемалар барлыҡҡа килеүгә сәбәпсе лә булды.

“Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда эшләй башлаған Республикаға идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша. Социаль селтәрҙәге автоматлаштырылған “Инцидент-менеджмент” мөрәжәғәттәр системаһы Өфө ҡалаһының Октябрь районынан Альбина Маточкинаның да мөрәжәғәтен теркәгән.

"Яр буйы урамы, 45 адресы буйынса балалар майҙансығы таҙартылмаған. Балаларға уйнарға урын юҡ, улар көрт буйлап йүгерә", - тип хәбәр иткән ул.

Ялыу алыныу менән Октябрь районы хакимиәте тарафынан был мәсьәлә ыңғай хәл ителгән. Балалар майҙансығы ҡарҙан һәм боҙҙан таҙартылған. Әгәр ҙә  ихатаны ҡарҙан таҙартыу буйынса һорау килеп тыуһа, 236-39-00 телефонына шылтыратып, Өфө ҡалаһының Октябрь районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Рәил Мирхәйҙәровҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин. 

Фото һәм сығанаҡ: "Инцидент-менеджмент".

 

Балалар көрттә уйнарға мәжбүр
Балалар көрттә уйнарға мәжбүр
Балалар көрттә уйнарға мәжбүр
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: