Инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәнең мөрәжәғәттәре һар саҡ мөһимдәр рәтендә. Был юлы “Инцидент-менеджмент” системаһына Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Людмила Муллағолова яҙған.
“Күп фатирлы йорт ихатаһында инвалидтар өсөн туҡталҡа урыны буйынса яҙам. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балабыҙ ошо йорттағы фатир милексеһе, унда теркәлгән. Әлеге проблема буйынса идара итеүсе компанияға мөрәжәғәт иттек, ә улар ҡала хакимиәтенең төҙөкләндереү бүлегенә йүнәлтте. Унда иһә, йортта йәшәгән кешеләрҙең 70 процентының ҡултамғаларын йыйырға кәрәк, шулай уҡ махсус урынды үҙ иҫәбебеҙгә йыһазландырырға тейешһегеҙ, тинеләр. Ни өсөн башҡа ҡалаларҙа был мәсьәлә идара итеүсе компанияға ғариза менән генә хәл ителә? Ҡултамға йыйырға ла кәрәкмәй, бушлай ҙа. Стәрлетамаҡ үҙ ҡанундары булған айырым дәүләтме әллә?” – тип яҙған әсә кеше.
Мөрәжәғәт системаға эләккәс, хәл ителмәй ҡалмаған. Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте вәкилдәре, 4 мартта был мәсьәлә яйға һалынды, Октябрь проспектындағы 11-се йорт ихатаһында махсус туҡталҡа урыны булдырылды, тип отчет та биргән.
Фото: "Инцидент-менеджмент".