Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
15 Март 2022, 16:40

Йәйәүлеләргә юл ҡарҙан таҙартылған

Күп осраҡта һауа торошоноң кинәт үҙгәреүе юлдағыларға ғына түгел, йәйәүлеләргә лә ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра.

Йәйәүлеләргә юл ҡарҙан таҙартылған
Йәйәүлеләргә юл ҡарҙан таҙартылған

Социаль селтәрҙәге автоматлаштырылған “Инцидент-менеджмент” мөрәжәғәттәр системаһы Өфөнөң Киров районынан Гоголь урамындағы  28, 26, 26а, 24-се һәм Пушкин урамындағы 80-се йортта йәшәгән халыҡтың мөрәжәғәтен теркәгән. Улар белдереүенсә, аҙна элек йорттарҙың ҡыйығын ташланған ҡар өйөмдәре алынмаған, һәм йәйәүлеләр уны урап үтергә мәжбүр.

Был йорттарҙа йәшәгән халыҡҡа ҙур уңайһыҙлыҡтар барлыҡҡа килтергәндәре өсөн Киров районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Антон Тарасов ғәфү үтенгән. 

"Был эштәрҙең барыһы ла 5 мартта хеҙмәткәрҙәр тарафынан теүәл башҡарылды. Ҡарҙы таҙартыу билдәләнгән графикка ярашлы башҡарыла, әммә ҡайһы осраҡта һауа торошоноң кинәт боҙолоп китеүе йәиһә ҡар яуыуы билдәләнгән графиктан бер аҙ ситкә тайпылыуға сәбәпсе була", - тигән ул.

Ҡар таҙартыу буйынса һорауҙарығыҙ булһа, ошо телефон - 279-90-37 - буйынса шылтыратырға мөмкин.

Фото һәм сығанаҡ:"Инцидент-менеджмент". 

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: