Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
21 Март 2022, 14:30

"Балалар баҡсаға быймала йөрөй ине..."

Мөрәжәғәт Республикаға идара итеү үҙәгенә эләгә...

"Балалар баҡсаға быймала йөрөй ине..."
"Балалар баҡсаға быймала йөрөй ине..."

"Балалар баҡсаһында бик һыуыҡ, сабыйҙар быймала йөрөй, йылы свитер, ыштанда йоҡлай. Шунлыҡтан йыш ауырыйҙар. Ата-әсәләр эшкә йөрөгәнлектән,  һыуыҡ баҡсаға йөрөтөргә мәжбүрҙәр, башҡа сара юҡ", тип яҙғайны 2021 йылдың 27 декабрендә республика Башлығы Радий Хәбировтың сәхифәһендә Благовар районының Беренсе Май ауылындағы "Шыршыҡай" балалар баҡсаһы хаҡында Айһылыу Абдуллина. Мөрәжәғәт Республикаға идара итеү үҙәгенә эләгә, һәм уны Благовар районы хакимиәтенә тапшырғандар.
Район хакимиәте эште оҙаҡҡа һуҙмай балалар баҡсаһында капиталь ремонт үткәрергә ҡарар итә. Подряд ойошма менән смета төҙөп, алдан күҙалланған фольгоизолон һәм ОСП урынына "йылы иҙән"дәр түшәйҙәр. Эштәр йылдам барған: быйылғы йылдың 15 мартына ремонт тамамланған да инде. Хәҙер балалар баҡсаһында йылы, сабыйҙар рәхәтләнеп уйнай, ял итә. Республикаға идара итеү үҙәге коллегаларына яҡшы эш һөҙөмтәләре өсөн рәхмәт белдергән.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: