Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
23 Март 2022, 11:15

Ағасҡа ҡарағанда тимер-бетон бағана ышаныслыраҡ

"Ул ана-бына ауам тип тора, ауһа, газ торбаһы өҫтөнә ҡолаясаҡ", - тип ҡурҡа кешеләр. 

Ағасҡа ҡарағанда тимер-бетон бағана ышаныслыраҡ
Ағасҡа ҡарағанда тимер-бетон бағана ышаныслыраҡ

Социаль селтәрҙәге автоматлаштырылған “Инцидент-менеджмент” мөрәжәғәттәр системаһы Иглин районынан Татьяна Репина тигән кешенең мөрәжәғәтен теркәгән.

“Әйтегеҙ әле, Куйбышев урамындағы 1-се йорт янындағы бағана ҡасан алмаштырылыр икән? Ул ана-бына ауам тип тора, газ торбаһы өҫтөнә ҡолаясаҡ. РЭС-ҡа ла, МЧС-ҡа ла мөрәжәғәт иттек, ошоға тиклем һөҙөмтә юҡ. Ә бит үҙәк газ торбаһы урам аша үтә. Эҙемтәләрен күҙ алдына килтерәһегеҙме?” – тип яҙҙы ул.

Был мәсьәлә менән республиканың Сәнәғәт министрлығы шөғөлләнә башлай. Улар белдереүенсә, “РЭС” предприятиеһы белгестәре урынға барып, бағананы тикшерә. Һөҙөмтәлә бағананың авария хәлендә икәнлеге асыҡлана, әммә ул хәүефле түгел тигән һығымта яһала. Шулай ҙа февраль айында уны капиталь ремонтларға һүҙ бирәләр.

Эпидемиологик шарттар сәбәпле, ремонт март айына күсерелә. Ә мартта эш еренә еткерелеп ҡуйыла. “5 мартта ағас бағананы тимер-бетон бағанаға алмаштырҙылар”, – тигән яуап килә.

Мәғлүм булыуынса, “Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда уңышлы эшләгән Республикаға идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.

Фото: "Инцидент-менеджмент". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: