Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
23 Март 2022, 15:15

Боҙбармаҡтар ҡурҡыныс тыуҙыра ине...

Бәлки, тап ошо ҡыҫҡа ғына хәбәр кемделер оло ҡазанан – боҙбармаҡ төшөп йәрәхәтләнеүҙән һаҡлап ҡалғандыр. 

Боҙбармаҡтар ҡурҡыныс тыуҙыра ине...
Боҙбармаҡтар ҡурҡыныс тыуҙыра ине...

Республикаға идара итеү үҙәгенең “Инцидент-менеджмент” системаһы халыҡтың төрлө юҫыҡтағы мөрәжәғәттәрен тиҙ арала иғтибар үҙәгенә алып, хәл итергә ярҙам итә.

Өфө ҡалаһының Совет районы биләмәһенә ҡағылышлы түбәндәге мөрәжәғәтте лә тиҙ арала ҡарап, мәсьәләне хәл итәләр.

“Карл Маркс урамындағы 50-се йортҡа иғтибар итегеҙ әле: иҫ киткес ҙур боҙбармаҡтар эленеп тора. Ә эргәһендә – балаларҙың уйын майҙансығы...” – тип яҙғайны социаль селтәрҙә Динә Шафина.

Был мөрәжәғәткә ҡарата түбәндәге яуап алынған: “Бөгөн Башҡортостан дәүләт медицина университеты хеҙмәткәрҙәре К. Маркс урамы, 50-се йорттағы уҡыу корпусының ҡыйығын боҙҙан һәм ҡатҡан ҡарҙан таҙартты. Әгәр ошондай күренештәрҙең шаһиты булһағыҙ, тура район хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү бүлегенә шылтыратығыҙ. Бәйләнеш өсөн телефон: 272-16-10”.

Күреүегеҙсә, битараф булмаған өфөләр яҙған мөрәжәғәт буйынса мәсьәлә тиҙ арала хәл ителгән. Бәлки, тап ошо ҡыҫҡа ғына хәбәр кемделер оло ҡазанан – боҙбармаҡ төшөп йәрәхәтләнеүҙән һаҡлап алып ҡалғандыр. Һәр ваҡыт шулай эргә-тирәбеҙҙәге хәл-торошҡа һиҙгер, иғтибарлы булайыҡ!

Фото: “Инцидент-менеджмент” системаһы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: