Башҡортостан халҡын нимә борсой? Был турала белгең килһә, халыҡтың мөрәжәғәттәрен өйрәнеү етә. Бының менән Башҡортостан Республикаһына идара итеү үҙәгенең бер өлөшө булған “Инцидент-менеджмент” системаһы һәм Кире бәйләнеш платформаһы шөғөлләнә. Был эштәрҙең етәксеһе, Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә статистика мәғлүмәттәре менән таныштырҙы.
Уның белдереүенсә, 2022 йылдың 1 ғинуарынан алып 27 мартҡа тиклем “Инцидент-менеджмент” системаһына һәм Кире бәйләнеш платформаһына Башҡортостанда йәшәүселәрҙән 42 056 мөрәжәғәт килгән. Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда мөрәжәғәттәр һаны 27,5 меңгә артҡан.
2022 йылдың тәүге өс айында юлдар, һаулыҡ һаҡлау һәм төҙөкләндереү темалары тәүге урындарҙы биләп торған, ә уҙған аҙнала лидерҙар араһында иҡтисад һәм бизнес мәсьәләләре булған, тип билдәләне ул. Атап әйткәндә, республика халҡын тауарҙарға һәм продукттарға хаҡтар артыуы борсой.
“Инстаграм менән Фейсбук киткәндән һуң (Рәсәйҙә тыйылған социаль селтәрҙәр) кешеләр башлыса илебеҙҙә әҙерләнгән ике майҙансыҡта – "Бәйләнештә" һәм "Класташтар" ҙа әүҙемлек күрһәтә. Шулай уҡ телеграм-каналдар популярлыҡ яулай. Кешеләр власҡа барып етә алырлыҡ майҙансыҡтар дефициты юҡ”, – тине Елена Прочаковская.
2018 йылдың ноябренән 2022 йылдың 27 мартына тиклем Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге системаларына бөтәһе 482 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән.
Фото: Башинформ.