Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
29 Март 2022, 14:30

Һаҡ булығыҙ: боҙбармаҡтар!

Көндәр бер йылытып, бер һыуытып торған мәлдә ҡыйыҡта боҙбармаҡтар күпләп барлыҡҡа килде. Ә улар - ярайһы уҡ ҙур хәүеф сығанағы. 

Һаҡ булығыҙ: боҙбармаҡтар!
Һаҡ булығыҙ: боҙбармаҡтар!

Көндәр бер йылытып, бер һыуытып торған мәлдә ҡыйыҡта боҙбармаҡтар күпләп барлыҡҡа килде. Республикаға идара итеү үҙәгенең яҙмаһында ла һүҙ ошо хаҡта бара.

“Халыҡтан йорт һәм биналар ҡыйығындағы боҙға һәм боҙбармаҡтарға бәйле мөржәғәттәр йыш ҡабул ителә башланы. Кешеләр улар арҡаһында ҡазаланыу хәүефенән ҡурҡа. Йыл башынан ҡыйыҡта йыйылған ҡар һәм боҙға ҡағылышлы 251 мөрәжәғәт ҡабул иттек (сағыштырыу өсөн былтырғы йылдың ошо осоронда – 44 ялыу). Был мөрәжәғәттәрҙең барыһы ла Республикаға идара итеү үҙәге тарафынан шунда уҡ район һәм ҡала хакимиәттәренә ебәрелә. Карточкала ошоға бәйле бер нисә миҫал.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:  йорт яны биләмәһендәге боҙҙо таҙартыу өсөн идарасы компания йәки торлаҡ милекселәре ширҡәте (ТСЖ) яуап бирә. Башҡа биләмәләр – муниципалитет яуаплылығында.

Аҙна аҙағына һауа торошоноң 8 градусҡаса йылытыуы көтөлә. Был осорҙа йорт, тәҙрә янына яҡын йөрөмәүегеҙ хәйерлерәк”, - тип хәбәр итте Республикаға идара итеү үҙәге.

Фото һәм сығанаҡ: Республикаға идара итеү үҙәге.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: