Социаль селтәрҙәге автоматлаштырылған “Инцидент-менеджмент” мөрәжәғәттәр системаһы Өфө ҡалаһының Калинин районында йәшәгән Любовь Рябова тигән кешенең мөрәжәғәтен теркәгән.
“Өфөнөң 263-сө балалар баҡсаһында шәкәр юҡ. Бер аҙна инде сәй, бутҡа, булочкалар шәкәрһеҙ. Был бит беҙең балалар, киләсәгебеҙ. Беҙҙең буласаҡ һалдаттар! Өйгә ҡайталар ҙа шунда уҡ ашарға ултыралар. Балалар шәкәрһеҙ бутҡаны ашамай. Ә балалар баҡсаһына уны килтермәйҙәр. Ярҙам итегеҙ”, – тип яҙа ул.
“Инцидент-менеджмент” системаһы өсөн ваҡ йәки ҙур мәсьәләләр юҡ. Белгестәр шунда уҡ бәл мәсьәләне тикшерә башлай. Күп тә үтмәй баш ҡаланың Калинин районы үҙенең яуабын бирә.
“Белем биреү учреждениеларында, шул иҫәптән 263-сө балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренә туҡланыуҙы "Балалар һәм диетик туҡланыу үҙәге" муниципаль автономлы учреждениеһы ойоштора. Үҙәктең директоры Владимир Смирнов мәғлүмәте буйынса, 17 марттан 24-нә тиклем, ысынлап та, шәкәр менән тәьмин итеүҙә тотҡарлыҡтар булған. 25 мартҡа ҡарата шәкәр ебәреү мәсьәләһе яйға һалынған, балалар баҡсаһында шәкәр бар. Мәсьәләне контролдә тотабыҙ.
Мәғлүм булыуынса, “Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда уңышлы эшләгән Республикаға идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.
Фото: kidsbebus.ru