Ишембай районында йәшәүсе Ғәзинур Ғәлиевтың социаль селтәрҙәге һорауы Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре иғтибарына эләккән. “Ғүмәр ауылында бынан бер йыл элек төҙөлгән фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡасан асылыр?” тигән һорау менән мөрәжәғәт иткән ул.
Уның һорауына Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми вәкиле Таһир Ғиззәтуллин яуап биргән: ”Ишембай үҙәк район дауаханаһының баш табибы Валерий Шапочкин биргән мәғлүмәт буйынса, Ғүмәр ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктына лицензия алынған. 28 мартҡа ҡарата мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, фельдшер-акушерлыҡ пункты эш башлаған.”
Фото:gipertonikum.ru