Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
30 Март 2022, 17:20

Ярҙам итегеҙ: күпер емерелә!

Илеш районынан Гөлназ исемле ханым социаль селтәрҙә тап шулай тип мөрәжәғәт ҡалдырған ине... Һөҙөмтә бармы? 

Ярҙам итегеҙ: күпер емерелә!
Ярҙам итегеҙ: күпер емерелә!

Илеш районынан Гөлназ исемле ханым социаль селтәрҙә түбәндәге мөрәжәғәтте ҡалдырған ине. “Илеш районының Туҡайтамаҡ ауылында күпер емерелеп бара. Район хакимиәтенә лә мөрәжәғәт иттек. Бер нисә тапҡыр килеп ҡарап, ҡом түшәп киттеләр, әммә ул күпер аҫтына ҡойолоп бөтә һәм проблема шул килеш асыҡ ҡала. Күпер иҫке, таяуҙары емерелә. Был күперҙән йөрөү бик хәүефле”.

Был мөрәжәғәт Республикаға идара итеү үҙәгенең “Инцидент-менеджмент” системаһы тарафынан иғтибар үҙәгенә алынғас, Илеш районы хакимиәтенән тәүҙә түбәндәге яуап килә: “Илеш районының Туҡайтамаҡ ауылындағы күпер район хакимиәте балансында тора һәм “Башкиравтодор” Юл ремонт-төҙөлөшө идаралығы тарафынан хеҙмәтләндерелә. 2020 йылда әлеге күпер урынлашҡан автомобиль юлына ҡырсынташ түшәлде. Әммә коронавирус пандемияһы арҡаһында килеп тыуған ҡатмарлы иҡтисади хәлгә бәйле шул йылда күперҙе ремонтлау мөмкин булманы. Планға алынған ремонт эштәрен 2021 йылдың октябрь-ноябренә тиклем тулыһынса эшләп ҡуйырға уйлайбыҙ. 18 ғинуарға ҡарата күпер аша йөрөп була. Уның аша йөк машиналарына йөрөүҙе тыйыу тураһында юл билдәһе ҡуйырға ҡарар ителде”.

Артабан Туҡайтамаҡ ауылындағы күперҙә ремонт эштәре алып барылған һәм ошо көндәрҙә район хакимиәтенән тағы ла бер яуап алынған: “23 мартҡа ҡарата Туҡайтамаҡ ауылындағы күперҙә ремонт эштәре тамамланды, уның аша хәүефһеҙ йөрөргә мөмкин”.

Күреүегеҙсә, ябай халыҡтың мөрәжәғәттәре буйынса саралар күрелә һәм был йәһәттән “Инцидент-менеджмент” системаһының тәьҫире лә һис шикһеҙ ҙур.

Фото: “Инцидент-менеджмент” системаһы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: