Инцидент
31 Март 2022, 09:00

Март айы мәшәҡәттәр тыуҙыра

Социаль селтәрҙәрҙә йыш урын алған мөрәжәғәттәрҙең береһе -  юлдар темаһы. Бөгөн  юлдарҙы боҙ-ҡарҙан таҙартыуҙы һорап яҙалар,  шул уҡ ваҡытта уны ремонтлау буйынса  ла  һорауҙар бар.

Март айы мәшәҡәттәр тыуҙыраМарт айы мәшәҡәттәр тыуҙыра
Март айы мәшәҡәттәр тыуҙыра

 Социаль селтәрҙәрҙә йыш урын алған мөрәжәғәттәрҙең береһе -  юлдар темаһы. Бөгөн  юлдарҙы боҙ-ҡарҙан таҙартыуҙы һорап яҙалар,  шул уҡ ваҡытта уны ремонтлау буйынса  ла  мөрәжәғәттәр  бар.

 Бер миҫал. Башҡортостан Республикаһына  идара итеү үҙәге системаһына Өфөләге  259-сы балалар баҡсаһының тротуарын таҙартыу кәрәклеге тураһында хәбәр килгән. Октябрь районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, проблема тиҙ арала хәл ителгән - тротуарҙы таҙартҡандар.


 Беҙгә Өфө ҡалаһы Пархоменко урамының 101-се йорто ҡыйығынан һыу ағыуы тураһында хәбәр килде. Совет районындағы  коллегаларыбыҙ мәсьәләне тиҙ арала хәл итте. Ҡыйыҡты ҡарҙан таҙарттылар. Эш бының менән генә бөтмәй - ул йорттоң ҡыйығын ремонтларға кәрәк буласаҡ..

  Халыҡты борсоған көнүҙәк темаларҙы билдәләйәк:
юлдар тураһында 99 мәғлүмәт алынды;
торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа ҡағылғандары- 64;
иҡтисад һәм бизнес – 56.

???? Әйткәндәй, "иҡтисад һәм бизнес" темаһына социаль-иҡтисади өлкәһенә ҡағылған мөрәжәғәттәр инә. Яуаптарҙы “Аңлатабыҙ. Башҡортостан” ресурсында табырға мөмкин: https://vk.com/obyasnyaem102

???? Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Республикаға идара итеү үҙәгенән Башҡортостан юлдаш телевидениеһы  каналының “Сәләм” тапшырыуына тура бәйләнеште көн һайын 8.40 сәғәттә - рус, шишәмбе һәм кесаҙна 8.10 сәғәттә башҡорт телендә ҡарағыҙ.

Тулыраҡ – видеола.

#ЦУРБашкортостан #Салям

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас