Хәҙер Хөкүмәттең оператив кәңәшмәләрендә аҙна һайын “Инцидент менеджмент” системаһына килгән мөрәжәғәттәр тикшерелә башланы. Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская белдереүенсә, быйылғы йылдың беренсе кварталында мөрәжәғәттәр һаны былтырғы йылдың ошо уҡ ваҡыты менән сағыштырғанда өс тапҡырға артҡан. Әгәр былтыр ғинуарҙан 1 апрелгә тиклем 15260 мөрәжәғәт теркәлһә, быйыл был һан 44213-кә еткән. Ә 2018 йылдың ноябренән алып “Инцидент-менеджмент” системаһына 485537 ялыу килгән.
– Йыл һайын беҙ мөрәжәғәттәрҙең артыуын билдәләйбеҙ. Был бик күп шарттар менән бәйле, шул иҫәптән халыҡтың мәғлүмәт системаһына ышанысы менән дә, – тине Елена Прочаковская.
Халыҡты иң борсоған проблемалар араһында беренсе урынды юлдар биләй. Шул уҡ ваҡытта иң күп һорауҙар юлдарҙы ваҡытында ҡарҙан таҙартыуға бәйле. Бынан тыш, юлдарҙы ремонтлау, төҙөү һәм төҙөкләндереү ҙә мөһим урында. Икенсе урында – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм өсөнсө урында – төҙөкләндереү.
Фото: ЦУР.