Башҡортостан
-14 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
4 Апрель , 22:15

Соҡорло юл – уртаҡ бәлә

Өфөләге Кузнецов затонында мәсьәлә нисек хәл ителер?

Соҡорло юл – уртаҡ бәлә
Соҡорло юл – уртаҡ бәлә

Республикаға идара итеү үҙәге төркөмөнән:

"Бөгөн республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән оперативкала юлдар проблемаһы асыҡтан-асыҡ тикшерелде. Был аҙнанан башлап соҡорҙарҙы эҫе асфальт менән ремонтлай башлайҙар. Кәңәшмәлә шулай уҡ Өфөләге Кузнецов затонына ҡағылышлы күрһәтмәләр формалаштырылды.

Квартал яңы сафҡа ингән, унда күп халыҡ йәшәй. Юлдар өсөн иһә төҙөүселәр яуап бирә. Улар иһә хәүефһеҙ һәм уңайлы булырға тейеш.

Республикаға идара итеү үҙәге Өфөләге хеҙмәттәштәренән Премьер-министр күрһәтмәһе буйынса һөҙөмтәләр көтә.

Статистикаға килгәндә, мартта Республикаға идара итеү үҙәгенә соҡор ремонты буйынса 89 мөрәжәғәт килгән. Былтыр ошо уҡ ваҡытта ошондай 54 хәбәр теркәлгән. 2022 йыл башынан иһә "Инцидент-менеджмент" системаһына шул темаға 139 мөрәжәғәт килгән, уларҙың 33-ө – өфөләрҙән. Һәр мөрәжәғәт буйынса саралар күреләсәк".

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в