Социаль селтәрҙәге автоматлаштырылған “Инцидент-менеджмент” мөрәжәғәттәр системаһы Салауат ҡалаһынан Гуля Кудельскаяның мөрәжәғәтен теркәгән.
“Һаумыһығыҙ, Радий Фәрит улы! Минең ҡыҙым Юнысова А.Р. (4 класс, Дыуан районы) "Созвездие - 2022" Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр фәнни-тикшеренеү һәм уҡыу олимпиадаһында ҡатнашып, “Астрономия” номинацияһында беренсе урын яуланы. Технопарктан Королев ҡалаһында уҙғарыласаҡ федераль этапта ҡатнашыу өсөн саҡырыу килде. Мәктәп Дыуан районының мәғариф бүлегенә мәрәжәғәт итте. Унан конкурстың “мотлаҡ” булмауы һәм РФ Мәғариф министрлығына ҡарамауы, шул арҡала юл сығымдарын ҡаплауҙа финанс ярҙамы күрһәтелмәйәсәге тураһында яуап килде.
Минең һеҙгә һорауым шул: федераль кимәлдәге был конкурсты нисек ябай тип әйтергә була? Проект етәксеһенә артабан нисек эшләргә? Ни эшләп ярҙам ғына түгел, хатта ҡыҙыҡһыныу ҙа юҡ? Ябай ауыл балаһына талантыроссии.рф, исемлегенә был шарттарҙа нисек эләгергә? Ата-әсәһе бай булған балаларҙың ғына бындай кимәлдәге конкурста көсөн һынарға хаҡы бармы ни? Минең балам уларҙан нимәһе менән кәм? Һеҙҙең ярҙам итеүегеҙҙе үтенәм”, - тип борсолоп мөрәжәғәт итә әсә кеше.
Муниципаль район хакимиәтенән 4 апрелдә килгән хатта конкурсҡа бармау тураһындағы мәсьәләне Мәсәғүт гимназияһы етәкселеге тарафынан хәл ителеүе, гимназия директорына А.Р. Юнысованы сараға ебәреү мәсьәләһен ҡабаттан ҡарарға тәҡим ителеүе, быға уҡыу йортоноң финанс мөмкинселеге барлығы тураһыда яҙыла.
6 апрелдә Дыуан районы мәғариф бүлеге начальнигы Рәүил Нәбиуллин А.Р. Юнысованың Мәскәү өлкәһе Королев ҡалаһында уҙғарыласаҡ конференцияла ҡатнашасағын, сығымдарҙы Мәсәғүт гимназияһы ҡаплаясағын белдерә.
Мәғлүм булыуынса, “Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда уңышлы эшләгән Республикаға идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.
Фото: "Инцидент-менеджмент".