Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
7 Апрель 2022, 15:15

Диңгеҙҙәй күләүектә... машиналар йөҙөп йөрөй

Республикаға идара итеү үҙәгенең “Инцидент-менеджмент” системаһы халыҡтың мөрәжәғәттәрен теркәүен дауам итә.

Диңгеҙҙәй күләүектә... машиналар йөҙөп йөрөй
Диңгеҙҙәй күләүектә... машиналар йөҙөп йөрөй

Республикаға идара итеү үҙәгенең “Инцидент-менеджмент” системаһы Өфө ҡалаһы Октябрь районынан Наталья Белканың мөрәжәғәтен теркәгән. Ул үҙе йәшәгән йорт янындағы урамда ямғыр канализацияһы эшләмәүе, сөнки унда боҙ тығылыуы хаҡында белдерә. "Күләүектәр - диңгеҙҙәй, машиналар йөҙөп йөрөй", - тип яҙа ҡатын.

Республикаға идара итеү үҙәге мөрәжәғәтте контролгә ала. Баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәтенән рәсми вәкил Анастасия Исавлина хәбәр итеүенсә, "ДорСтройРемонт"  МУП йәмғиәте тарафынан Луначарский  урамындағы 8-се йорт янындағы ямғыр канализацияһы таҙартылған. 

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: