Өфө районында йәшәгән Ольга Алексееваның социаль селтәрҙәге үтенесе иғтибарһыҙ ҡалмаған. Уны йортҡа газ үткәреү мәсьәләһе борсой. “Беҙ көтөлмәгән хәлгә тарыныҡ. 2021 йылдың 14 апрелендә газ үткәреү буйынса килешеү төҙөнөк, эш өсөн тулыһынса түләнек. Ә газ һаман да юҡ, шылтыратыуҙарға яуап бирмәйҙәр. Барһаң, ялыу яҙығыҙ, тиҙәр, йә береһен дә табып булмай. Тағы ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Көс-хәл ҡалманы бит инде...” – тип яҙа Ольга Алексеева.
Республикаға идара итеү үҙәгенең “Инцидент-менеджмент” системаһы был мәсьәләгә асыҡлыҡ индерергә тырышып, Өфө районы хакимиәтенә мөрәжәғәт иткән.
“Газпром газораспределение Уфа” акционерҙар йәмғиәте мәғлүмәте буйынса, Булгаков ауылының Дуҫлыҡ урамы буйлап 72-се йортҡа газды тоташтырыу 2022 йылдың 1 апреленә планлаштырылған. Эш һөҙөмтәһе тураһында хәбәр итербеҙ. Һорауҙарығыҙ булһа, “Газпром газораспределение Уфа” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә 223-53-49 телефоны буйынса шылтыратығыҙ,” – тип хәбәр итә Өфө районы хакимиәтенең рәсми вәкиле Карина Ткачева.
Фото:nedelya40.ru