“Инцидент-менеджмент” система эшмәкәрлегенә Туймазы районы кешеһенән хат килеп төшкән. “Хәйерле көн! Быйыл Туймазы ҡалаһының 5-се мәктәбен төҙөп бөтөп, файҙаланыуға тапшырыуҙарына ышанам, – тип яҙған Светлана Густова-Рыбакова. – Юғиһә, белем усағын төҙөп бөтәбеҙ тип йыл да вәғәҙә бирәләр ҙә, шуның менән оноталар.”
Светлана Густова-Рыбакова билдәләүенсә, уның балаһы 5 класта уҡый, ә мәктәпкә 4 йыл буйына һаман реконструкция эшләйҙәр.
– Туймазы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Марсель Сафин белдереүенсә, Туймазы ҡалаһының 5-се мәктәбенә реконструкция эше проект-смета документтарына төҙәтмә индереүгә бәйле туҡтатылған, – тип хәбәр итә Туймазы районы хакимиәтенең хеҙмәткәре Динара Арыҫланова. – Ниһайәт, документҡа төҙәтмәләр индерелгән. 2021 йылдың 15 декабрендә “Башрегионстрой” төҙөлөш компанияһы йәмғиәте менән муниципаль контракт төҙөлгән. Үҙ сиратында, муниципаль контракт тәңгәлендә эштәрҙе 2022 йылдың декабренә тамамларға тейештәр. 2022 йылдың 1 апреленә ҡарата эштәр технологик картаға ярашлы бара.
Фото: спорт.тверскаяобласть.рф