Башҡортостан
+14 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
8 Апрель 2022, 18:30

Алтын урталыҡ фекер алышыуҙа табыла

Власть органдарына социаль селтәрҙәр нимәгә? Яуап ябай: халыҡ менән бергә булырға кәрәк.

Алтын урталыҡ фекер алышыуҙа табыла
Алтын урталыҡ фекер алышыуҙа табыла

Республикаға идара итеү үҙәге төркөмөнән:

"Мәғлүмәт биреү, кире яуап алыу, фекер алышыу, ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн бөтә алымдар ҙа яҡшы. Район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары "Бәйләнештә" һәм "Класташтар"ға күнегеп киткән, бөгөн иһә Телеграмм каналын өйрәнергә ваҡыт.

Бөгөнгә республиканың барлыҡ 63 район һәм ҡала округтары, Өфө районында ете хакимиәт башлыҡтарының да телеграмм-каналдары бар.

Һандарға туҡталып китәйек:

— апрелдең тәүге аҙнаһында 589 пост;

— 199 518 кеше ҡараған;

— 26 397 яҙылған.

Башҡортостан Башлығының каналын табыуы еңел — эҙләү системаһына уның исемен һәм фамилияһын яҙығыҙ.

Социаль селтәрҙәргә нимә тураһында яҙалар? Ремонт һәм форумдар, эшҡыуарҙарға ярҙам һәм яңы светофорҙар, спорт еңеүҙәре, лайыҡлы наградалар тапшырыу тураһында. Уҡығыҙ, тыуған ҡалағыҙҙың йәки районығыҙҙың проблемалары хаҡында фекер алышығыҙ, лайктар ҡуйығыҙ, комментарийҙар, репосттар эшләгеҙ.

Аңлашылмаусанлыҡ — күпселек яҡшы идеяларҙың һәм башланғыстарҙың дошманы. Аралашыу, фекер алышыу мәлендә алтын урталыҡты табырға була.

Башҡортостан район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтарының Телеграмм-каналдары - фотоһүрәттәрҙә.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге төркөмө.

Алтын урталыҡ фекер алышыуҙа табыла
Алтын урталыҡ фекер алышыуҙа табыла
Алтын урталыҡ фекер алышыуҙа табыла
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас в