Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
8 Апрель 2022, 20:30

“Сәләм” аша сәләмдәр ебәрәбеҙ

Республикаға идара итеү үҙәге һәр мөрәжәғәткә тиҙ арала яуап бирергә тырыша.

“Сәләм” аша сәләмдәр ебәрәбеҙ
“Сәләм” аша сәләмдәр ебәрәбеҙ

Республикаға идара итеү үҙәге төркөмөнән:

"Халыҡты борсоған һорауҙарға яуап бирергә һәр ваҡыт әҙербеҙ һәм мөрәжәғәттәр ҡабул итеүҙән туҡтамайбыҙ. Беҙҙең менән бергә бөтә министрлыҡтарҙың, ведомстволарҙың, муниципалитеттарҙың вәкилдәре, бергәләп күп эш атҡарабыҙ.

"Инцидент менән идара итеү" системаһына ингән һәр һорау артында үҙ тарихы һәм проблемаһы булған аныҡ кеше тора. Интернет селтәрендә сағылған хәл-ваҡиғалар араһында мөрәжәғәт юғалып ҡалмауы, кеше яҙмышы хәл ителеүе тураһында бөгөн Башҡортостан юлдаш телеканалының "Сәләм" тапшырыуында тура эфирҙа һөйләнек.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Республикаға идара итеү үҙәгенең 18 мәғлүмәт системаһы интеграцияланған, министрлыҡ белгестәре менән бергә Телеграмм каналы өсөн биш чатбот эшләнек. Улар менән уңайлыраҡ, иң үткер, көн ҡаҙағына һуҡҡан тупланма булды. Эшҡыуарлыҡ өлкәһендә иң популяр һорауҙар, өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалы ғаиләләргә пособие түләүгә, коронавирус, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу һәм башҡа мөрәжәғәттәрҙе туплаған. Мәғлүмәт системалары, чатботтар, социаль селтәрҙәрҙе анализлау, ағымдағы проблемаларҙы күрергә, уларҙың хәл итеү юлдарын табырға ярҙам итә.

Һуңғы көн эсендә мөрәжәғәттәрҙең иң күбе "юлдар" темаһына булған (207), шулай уҡ төҙөкләндереү буйынса 138 хәбәр ҡабул ителгән, йәнә 57-һе торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа ҡағыла. 

Кешегә яуап биреү ваҡыты һорауҙың ҡатмарлылығына бәйле. Һорау еңел булһа, яуапты ике сәғәттә алырға була. Ҡатмарлы һорауға оҙағыраҡ яуап бирәбеҙ. Мәсьәлә хәл ителгәнгә тиклем мөрәжәғәт "Инциденттар менән идара итеү" системаһында контролдә торасаҡ".

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: