Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы начальнигы Елена Прочаковская Республикаға идара итеү үҙәгенә килгән мөрәжәғәттәр тураһында һөйләне. Уның белдереүенсә, 4-10 апрелдә социаль селтәрҙәрҙә теркәлгән ялыуҙар алдағы аҙналарҙағы кеүек үк башлыса юлдар проблемаһына бәйле. Улар хатта 366-ға артҡан һәм 1091 мөрәжәғәт тәшкил иткән.
Система соҡорҙарҙы ремонтлау, таҙартыу ҡағиҙәләрен боҙоу, юлдар төҙөү һәм төҙөкләндереү, тротуарҙарҙы тәртиптә тотоу, канализациялар торошо һәм башҡа юл темалары буйынса ялыуҙарҙы теркәгән.
Икенсе урында – төҙөкләндереү (683 мөрәжәғәт), өсөнсөлә – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ (375), артабан – хәүефһеҙлек мәсьәләләре һәм бишенсе урында – төҙөлөш һәм архитектураға бәйле проблемалар.
Шулай уҡ кешеләрҙе йәмәғәт транспорты, социаль яҡлау һәм хеҙмәтләндереү, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, иҡтисад һәм бизнес мәсьәләләре лә борсой.
Елена Прочаковская белдереүенсә, үткән аҙнала Республикаға идара итеү белгестәре 4137 мөрәжәғәтте ҡараған - 28 марттан 3 апрелгә тиклемге осорға ҡарағанда 266-ға күберәк. 2021 йылдағы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда ялыуҙар өс меңгә тиерлек артҡан. 2022 йыл башынан республика халҡынан социаль селтәрҙә 49983 мөрәжәғәт килгән.
Фото: ЦУР.