Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
23 Апрель , 14:10

Баҫҡыс ремонтланған

"Халыҡҡа йәшәүе уңайлыраҡ булһын өсөн эшләйбеҙ".

Баҫҡыс ремонтланған
Баҫҡыс ремонтланған

Өфөнөң Баҡалы урамындағы "Радищев урамы" туҡталышында ҡороп ҡуйылған юл аша сығыу урынын йүнәтеп, буяп ҡуйғандар. Эш ошо яҡта йәшәгән кешеләрҙең мөрәжәғәтенән һуң атҡарылған. 

"Был тағы команда менән эшләү һөҙөмтәһе: Республикаға идара итеү үҙәге менән Совет районы хакимиәтенән коллегаларҙың уртаҡ хеҙмәте, – тип яҙылған Үҙәктең социаль селтәрендә. – 11-17 апрелдә “Инцидент- менеджмент” мәғлүимәт системаһы төҙөкләндереү буйынса 825 мөрәжәғәтте теркәне.  Барыһын да теркәйбеҙ, анализлайбыҙ. Халыҡҡа йәшәүе уңайлыраҡ булһын өсөн бергәлләп эшләйбеҙ.

Баш ҡаланың "Йәшел сауҡалыҡ" биҫтәһендә йәшәүселәр ҙә хәҙер бошонмаҫ, баҫҡысты йүнәттеләр. Рәхәтләнеп тотоноғоҙ!"

Фото vk.com/tsur_bashkortostan

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас в