Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
25 Апрель 2022, 16:10

"Яҙманы уҡып бөтөгөҙ, беҙҙә мөһим мәғлүмәт бар!"

Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре сираттағы яҙмаһын ошондай һүҙҙәр менән башлаған... 

"Яҙманы уҡып бөтөгөҙ, беҙҙә мөһим мәғлүмәт бар!"
"Яҙманы уҡып бөтөгөҙ, беҙҙә мөһим мәғлүмәт бар!"

"Яҙманы уҡып бөтөгөҙ, беҙҙә мөһим мәғлүмәт бар! ЙәшелБашҡортостан2022 өмәһе тураһындағы яҙманы тамамлайбыҙ һәм оҙаҡламай иң-иңдәр хаҡында һөйләйәсәкбеҙ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, өмә тураһында иң күп ҡаралған һәм социаль реакция йыйған иң яҡшы 20 яҙма тураһында киләһе Башҡортостан юлдаш телеканалының “Сәләм” тапшырыуҙарының береһендә һөйләйәсәкбеҙ, ә иң яҡшы биш яҙма тураһында социаль селтәрҙәге сәхифәләребеҙҙә яҙырбыҙ һәм ҡунаҡҡа саҡырырбыҙ.

Өмәләр тураһында муниципалитет һәм ведомство башлыҡтары социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙҙы. Хеҙмәттәштәр яңы аллеялар хаҡында һөйләне. Министрҙар һәм район башлыҡтарының социаль селтәрҙәрендә ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр күп. Бөгөн Башҡортостан юлдаш телеканалындағы “Сәләм” тапшырыуында тура эфирға сыҡҡанда коллегабыҙ, Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәре Радик Гәрәев ошо хаҡта белдерҙе.

Министрҙарыбыҙ араһында ВК, ОК һәм ТГ-лағы шәхси сәхифәләренә иң күп яҙылыусыларҙы яңы эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы етәксеһе Рөстәм Афзалов йыйҙы, уның социаль селтәрҙәрендә 12 меңдән ашыу кеше яҙылған, артабан Әминә Шафиҡова – мәҙәниәт министры – 9800 яҙылыусы, шулай уҡ спорт министры Руслан Хәбибов – уның 8800 яҙылыусы.

Ике дәүләт комитетының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына ҡушылыуы хаҡында яңыраҡ ҡына иғлан иттеләр, ә бына Рөстәм Афзаловтың социаль селтәрҙәге ҙур аудиторияһы йыйылып та өлгөргән. Эшҡыуарҙар һәм уларҙың проекттары хаҡында бер нисә яҙма уның биттәрендә баҫылып сыҡты, әммә министр итеп тәғәйенләүе хаҡындағы яңылыҡ иң популяры булып сыҡты. Яҙманы 55 мең кеше ҡараған һәм меңдән ашыу лайк ҡуйылған. Тағы ла бер тапҡыр Рөстәм Әхмәткәрим улын Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге командаһы исеменән яңы вазифаға тәғәйенләнеүе менән ҡотлайбыҙ!

Социаль селтәрҙәрҙә интерактив форматтар – тауыш биреү һәм һорау алыуҙар – яҡшы ҡабул ителә. Башҡортостан Мәғариф министрлығынан коллегаларыбыҙҙың яҡшы өлгөһө – “Үҫеш нөктәләре” тәбиғи-ғилми һәм технологик йүнәлешле Мәғариф үҙәктәре әҙерләгән иң яҡшы ролик өсөн тауыш биреү. Был мәҡәләлә 16 меңдән ашыу кеше тауыш биргән, 38 меңе ҡараған һәм ике меңдән ашыу социаль реакция ҡалдырылған.

Министрлыҡ һәм ведомстволарҙан хеҙмәттәштәр, уларҙың етәкселәре кеүек үк, үҙ яҙмаларын “Бәйләнештә”, “Класташтар”ҙа һәм "Телеграм"да баҫтыра. Нисек кенә булмаһын, ҡарауҙарҙың һәм яуаптарҙың күбеһе нәҡ "Бәйләнештә"ге яҙмаларҙа, быға аптырарға ла түгел, сөнки ул – илебеҙҙә иң ҙур һәм популяр социаль селтәр. Ләкин башҡа социаль селтәрҙәрҙә лә халыҡ яҙмаларҙы уҡый һәм лайк ҡуя. Мәҫәлән, Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчевтың Милли кейем көнө тураһындағы яҙмаһы 10 мең самаһы ҡарау һәм 79 лайк йыйҙы.

Телеграм-каналдар ҙа әүҙем эшләй башланы. Башҡортостандың Мәғариф министрлығына әйләнеп ҡайтҡанда, республикабыҙ уҡыусыларының экология буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы призерҙары булыуы тураһындағы яңылыҡты билдәләп үтергә мөмкин. Яҙма 1200 тапҡыр ҡаралған.

Алға барабыҙ. Ә һеҙ ЙәшелБашҡортостан2022 хаҡында онотмағыҙ. Тиҙҙән йомғаҡ яһарбыҙ!"

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: