Башҡортостан
-15 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
7 Май , 21:10

Емерек баҫҡысты йүнәттеләр

Байрам алдынан ҡала күркәмләнә.

Емерек баҫҡысты йүнәттеләр
Емерек баҫҡысты йүнәттеләр

Баш ҡаланың уртаһында – Балалар филармонияһына күтәрелгән баҫҡыстар емерек хәлдә булыуы тураһында "Инцидент" системаһына ҡала халҡы 29 апрелдә яҙа.

Мөрәжәғәтте шунда уҡ Совет районы хакимиәтенә юллайҙар. 5 майҙа баҫҡысты йүнәтеп тә ҡуялар.

Бер аҙ һандарға туҡталайыҡ: 2022 йылдың 1 ғинуарынан 5 майға тиклем Республикаға идара итеү үҙәге йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса 618 мөрәжәғәт ҡабул итә. Былтырғы осор менән саҡыштырғанда, был 210 мөрәжәғәткә әҙерәк.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас в