Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
31 Май , 15:15

Халыҡты нәмә борсой?

27 майҙан алып Башҡортостандың Ситуация үҙәге 3-тән 7 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә пособие түләүгә бәйле шылтыратыуҙар ҡабул итә.

Халыҡты нәмә борсой?
Халыҡты нәмә борсой?

Үткән аҙнала Башҡортостан кешеләрен иң нығы ниндәй мәсьәләләр борсоған? Был турала аныҡ статистиканы һәр ваҡыттағыса “Инцидент-менеджмент” системаһы килтерә. Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская һандар менән таныштырҙы.

Шулай итеп “Социаль хеҙмәтләндереү һәм яҡлау” категорияһы үткән аҙнала ла беренсе урында. Был йүнәлеш буйынса 1283 һорау килгән. Алдағы аҙна менән сағыштырғанда 287 мөрәжәғәткә күберәк. Улар әүҙем рәүештә Пенсия фонды һәм республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан эшкәртелә.

Шулай уҡ Елена Прочаковская хәбәр итеүенсә, 27 майҙан алып Башҡортостандың Ситуация үҙәге 3-тән 7 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә пособие түләүгә бәйле шылтыратыуҙар ҡабул итә. Телефон аша 639 мөрәжәғәт килгән.

Ситуация үҙәгенең ҡайнар линияһы телефоны: 218-19-19 һм 122 (өҫтәмә 2)

Фото: ЦУР.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в