Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
9 Июнь 2022, 15:30

Бәүелсәк яңыртыла

"Инцидент-менеджмент” системаһы төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша

Бәүелсәк яңыртыла
Бәүелсәк яңыртыла

Социаль селтәрҙәге автоматлаштырылған “Инцидент-менеджмент” мөрәжәғәттәр системаһы баш ҡаланың Совет районынан Анна Шакированың мөрәжәғәтен теркәгән.

Балалар майҙансығындағы бәүелсәктең торошона борсолоуын белдерә ул.

“Хәйерле көн. Өфөнөң Минһажев урамындағы 158-се йорттоң балалар майҙансығындағы бәүелсәктә 2021 йылдың ноябрь айынан алып төп элемент юҡ. Бәүелсәкте ҡасан ипкә килтерерҙәр икән?”, - тип яҙа ул.

Күп тә үтмәй мөрәжәғәт итеүсе Совет районы хакимиәтенән хат ала.

“Хәйерле көн, Анна Шакирова. 3 июндә "Клирлайт Рус" йәмғиәте подряд ойошмаһы Минһажев урамындағы 158-се йорт ихатаһындағы балалар майҙансығына яңы бәүелсәк урынлаштырҙылар. Әгәр ҙә һеҙҙең өҫтәмә һорауҙарығыҙ тыуһа, 225-02-40 номеры буйынса шылтыратығыҙ”, - тиелә унда.

Мәғлүм булыуынса, “Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда уңышлы эшләп килгән Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.

Фото: "Инцидент-менеджмент".

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: