Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
9 Июнь 2022, 13:45

Хәҙер балҡып ултыра!

"Ике йылдан ашыу уның быялалары ватыҡ, үҙендә бер кем дә эшләмәй. Уның эсендә йыш ҡына балалар уйнай һәм йәрәхәтләнеүҙәре бар бит. Ошоға иғтибар итегеҙ әле”, – тип яҙа ул.

Хәҙер балҡып ултыра!
Хәҙер балҡып ултыра!

Ҡалаларҙа йәшәгән кешеләр өсөн ҡалаларының матурлығы һәм хәүефһеҙ булыуы бик мөһим. Шуға күрә “Инцидент-менеджмент” системаһына төҙөкләндереү, ҡалаларҙы уңайлыраҡ итеү мәсьәләһенә бәйле мөрәжәғәттәр йыш килә.

Салауат ҡалаһында йәшәгән Игорь Рябов тигән кешене Балалар һәм Өлкәндәр поликлиникалары араһында ҡуйылған киоск борсой. “Ике йылдан ашыу уның быялалары ватыҡ, үҙендә бер кем дә эшләмәй. Уның эсендә йыш ҡына балалар уйнай һәм йәрәхәтләнеүҙәре бар бит. Ошоға иғтибар итегеҙ әле”, – тип яҙа ул.

Әйткәндәй, был мөрәжәғәт былтыр теркәлә. Салауат ҡалаһы хакимиәте был эште шунда уҡ иғтибарға ала. Әммә уны тормошҡа ашырыу өсөн ваҡыт кәрәк була. Тәүҙә Юлаев бульварында урынлашҡан был киоскта стационар булмаған сауҙа объекты эшләү өсөн аукцион иғлан ителә, унда “ПродЛайн” яуаплылығы сикләгән йәмғиәте еңеп сыға. Улар Салауат ҡалаһының баш архитекторы менән килешеп, ташландыҡ павильонды күркәм йөҙгә килтерергә була. Бының өсөн көҙ уртаһына тиклем ваҡыт талап ителә. Был ваҡытҡа ватыҡ быяла алмаштырыла, төҙөкләндереү башлана. Тик техник электрға тоташтырыу процесы оҙаҡҡа һуҙыла.

Яҙ еткәс, электрға тоташтырылар һәм ремонт эштәре дауам итә. Һәм бына, ниһайәт, эштәр тулыһынса тамамлана. Элекке емерек киоск урынына матур коммерция нөктәһе булдырыла.

Мәғлүм булыуынса, “Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда уңышлы эшләгән Республикаға идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.

Фото: "Бәйләнештә". 

 

 

 

 

Хәҙер балҡып ултыра!
Хәҙер балҡып ултыра!
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: