Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
9 Июнь 2022, 16:15

Салауатта трамвайҙар яңыртыламы?

Халыҡ йәшәгән төйәктәренең күркәмлегенә битараф түгел  

Салауатта трамвайҙар яңыртыламы?
Салауатта трамвайҙар яңыртыламы?

 

"Инцидент" менеджментына Салауат ҡалаһынан электр транспортына ҡағылышлы һорау менән Нәсимә Хәлитова мөрәжәғәт итте.

“Салауатта электр транспорты проблемаһы, йәғни алмаштырыу талап ителгән трамвайҙар менән ҡасан шөғөлләнерҙәр, ”Орфей” һәм “С.Юлаев бульвары”  трамвай туҡталыштары ҡасан алмаштырылыр, тәртипкә килтерелер?” тигән һорау күтәрелгәйне.  

Борсолоулы мөрәжәғәтте Салауат ҡалаһы хакимиәте шунда уҡ иғтибарға алды:

- Трамвай хәрәкәтен һаҡлау мөһимлеген күҙ уңында тотоп, муниципаль предприятиеның өҙлөкһөҙ эшен тәьмин итеү маҡсатында, булған вагондар, юлдар даими ремонтлана. Әллә ни ҙур булмаған ваҡыт эсендә, трамвай паркында вагондар төҙөкләнде, унда  ҡалабыҙҙың предпритятиелары ҡатнашты, был иһә трамвайҙарҙың тышҡы йөҙөн күпкә яҡшыртты. Бер яңы вагондың хаҡын иҫәпкә алғанда (30-35 миллион һум), күсмә составты алыу федераль һәм төбәк программалары ярҙамында ғына мөмкин. 2022 йылдың апреленә ҡарата 26 вагон ремонтланды һәм буялды. Туҡталыштарға килгәндә, стационар булмаған сауҙа объекттары йәғни “Орфей” һәм “С.Юлаев бульвары” туҡталыштарындағы сауҙа павильондар һатыуға сығарылды. Ләкин унда бик түбән трафик булыу сәбәпле, сауҙа киоскыһы менән туҡталыш павильоны урынлаштырырға теләүсе эшҡыуарҙарҙан ғаризалар булманы. Ғаризалар килгән осраҡта, был урындарҙа стационар булмаған сауҙа объекттары урынлашасаҡ. Финанслау етмәү арҡаһында булған павильондарҙы яңыға  алмаштырыу мөмкин түгел. 2022 йылдың 1 июненә тиклем һеҙ күрһәткән туҡталыштарҙы тәртипкә килтерергә тырышырбыҙ, был турала өҫтәмә рәүештә хәбәр итербеҙ”, - тәүҙә ошондай яуап килһә, һуңғараҡ башҡарылған эштең еренә еткерелеүе хәбәр ителде. “Орфей” һәм “С.Юлаев бульвары” трамвай туҡталыштары тәртипкә килтерелгән: йыуылған, буялған, туҡталыш эргәһендәге биләмә төҙөкләндерелгән.  

Фото: инцидент менеджменты системаһынан.

 

 

 

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: