Инцидент
9 Июнь 2022, 09:45

Тағы туҡталыштың быялаһын ярып киткәндәр ине...

Йәшәгән еренең, ҡала-ауылының торошона, таҙалығына битараф булмаған кешеләр һәм “Инцидент-менеджмент” системаһының көйлө эшләүе һөҙөмтәһендә байтаҡ мәсьәләләр ыңғай хәл ителә.

Тағы туҡталыштың быялаһын ярып киткәндәр ине...Тағы туҡталыштың быялаһын ярып киткәндәр ине...
Тағы туҡталыштың быялаһын ярып киткәндәр ине...

Октябрьский ҡалаһынан Елена социаль селтәрҙә ҡалалағы туҡталыштарҙың һәм сүп-сар йәшниктәренең торошо тураһында хәбәр ҡалдырған.

“Наполеон” комплексы янында тағы ла туҡталыштың быялаһын ярып киткәндәр. Шулай уҡ 35-се биҫтәләге 15-се, 15-се а йорттары янындағы сүп-сар йәшниктәре тураһында ла хәбәр итергә теләйем. Төбө серей башлаған, тутыҡҡан сүп-сар һауыттары балалар майҙансығында тора. Әлбиттә, барлыҡ сүп-сар ергә төшә, тирә-йүнгә таралып, туҙып ята”, - тип яҙа Елена.

Был мәғлүмәт “Инцидент-менеджмент” системаһы тарафынан иғтибарға алынғас, әлеге мәсьәләне хәл итеү Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенә йөкмәтелә.

Туҡталыштың торошона бәйле түбәндәге яуап алынған: “2022 йылдың 31 майына ҡарата “Наполеон” күңел асыу комплексы янындағы туҡталыштың быялаһы алмаштырылды. Әгәр һорауҙарығыҙ ҡалһа, ҡала хакимиәтенең стратегик үҫеш, юл хужалығы һәм транспорт бүлегенә шылтыратырға мөмкин: 4-23-03. Битараф булмауығыҙ өсөн рәхмәт!”

Инде ихатаның һәм сүп-сар йәшниктәренең торошона килгәндә, түбәндәге яуап алынған: “Биләмәне “Торлаҡ идаралығы” йәмғиәте хеҙмәтләндерә һәм таҙалыҡ торошон иғтибар үҙәгендә тота. Йәмғиәттең баш инженеры В.А. Озеров хәбәр итеүенсә, ихаталағы сүп-сар йыйылған, эскәмйәләр янындағы сүп-сар йәшниктәре алынған. Улар ысынлап та артабан ҡулланыу өсөн яраҡһыҙ, тип билдәләнгән. Яңы сүп-сар йәшниктәре ҡуйыу мәсьәләһен был биләмәлә йәшәүселәр үҙҙәренең дөйөм йыйылышында ҡарап, ҡарар сығара һәм “Торлаҡ идаралығы” йәмғиәте менән эштәрҙең хаҡы, башҡарыу ваҡыты тураһында килешә ала”.

Күреүегеҙсә, йәшәгән еренең, ҡала-ауылының торошона, таҙалығына битараф булмаған кешеләр күп арабыҙҙа. Еленаның мөрәжәғәте һәм “Инцидент-менеджмент” системаһының көйлө эшләүе һөҙөмтәһендә ике мәсьәлә лә ыңғай хәл ителгән.

Фото: “Инцидент-менеджмент” системаһы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас