Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
14 Июнь 2022, 18:00

Юлдар, үҫкән үлән һәм тирәк мамығы...

Кешеләрҙе тағы ниндәй темалар борсой? 

Юлдар, үҫкән үлән һәм тирәк мамығы...
Юлдар, үҫкән үлән һәм тирәк мамығы...

Үткән аҙнала Башҡортостан кешеләрен ниндәй мәсьәләләр иң нығы борсоған? Был турала Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская һөйләне.

Юлдар, үҫкән үлән һәм тирәк мамығы. “Инцидент менеджмент” системаһына 6-нан 12 июнгә тиклем 4756 мөрәжәғәт килгән. Был алдағы аҙна менән сағыштырғанда 113-кә күберәк. 1112 кешене юлдар торошо борсоған (алдағы аҙна менән сағыштырғанда +109). Ә бына социаль хеҙмәтләндереү буйынса көсөргәнеш кәмеүен дауам итә. Был темаға 857 мөрәжәғәт килгән, алдағы аҙна менән сағыштырғанда 54-кә кәмерәк.

Бынан тыш, граждандар йыш ҡына ямғырҙар арҡаһында ҙур тиҙлек менән үҫкән ихаталарҙағы үләнде сабыуҙарын һорап мөрәжәғәт итә, ә аллергиктар юл буйында йыйылған тирәк мамығына зарлана. Йыш ҡына ағып торған ҡыйыҡҡа ялыуҙар килә, тип өҫтәне Елена Прочаковская.

Фото: dressya.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: