Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
12 Июль , 19:30

Һәм йәнә юлдар...

Иң күп һорауҙар Өфө ҡалаһы, Иглин һәм Белорет райондарында йәшәүселәрҙән килә.

Һәм йәнә юлдар...
Һәм йәнә юлдар...

Юлдар проблемаһы республикала йәшәүселәрҙән мөрәжәғәттәр һаны буйынса элеккесә беренсе урында ҡала. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтенең Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская белдерҙе.

Уның һүҙҙәренсә, 4 июлдән 10-на тиклем “Инцидент менеджмент” системаһына юлдарға ҡағылышлы 841 мөрәжәғәт килгән. Был 27 июндән 3 июлгә тиклемге осор менән сағыштырғанда 54-кә күберәк.

Иң күп һорауҙар Өфө ҡалаһы, Иглин һәм Белорет райондарында йәшәүселәрҙән килә.

“Юлдарҙы гарантиялы хеҙмәтләндереүгә йыш зарланалар. Соҡорҙарҙы ямау сифатһыҙ башҡарылған урындарҙан ҡабаттан мөрәжәғәттәр килә”, – тип билдәләне Елена Прочаковская.

Фото: "Инцидент-менеджмент". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в