

12 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән республика Хөкүмәтенең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә социаль селтәрҙә төбәк халҡының мөрәжәғәттәре динамикаһы тикшерелде.
Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская әйтеүенсә, 2022 йылдың 4 июленән 10-на тиклем халыҡ социаль селтәрҙәргә һәм “Дәүләт хеҙмәттәре. Хәлдәрҙе бергәләп хәл итәбеҙ” кире бәйләнеш платформаһына 4104 мөрәжәғәт ебәргән. Был бер аҙна элеккегә ҡарағанда 140 мөрәжәғәткә кәмерәк.
Күптәрҙе юлдар темаһы ныҡ борсой (бер аҙнала 841 мөрәжәғәт). Халыҡ юлдарҙы ремонтлауҙы һәм реконструкциялауҙы һорай, соҡорҙарға зарлана, тротуарҙарҙы ремонтлау тураһында һорауҙар бирә.
Шул уҡ ваҡытта уҙған аҙнала Республикаға идара итеү үҙәге муниципалитеттарҙағы, министрлыҡ һәм ведомстволарҙағы коллегалары менән бергә юлдар темаһына 898 мөрәжәғәтте эшкәрткән.
Атап әйткәндә, Өфөлә – Жуков һәм Революция урамдары, Октябрьскийҙа – Свердлов һәм Баҡса ҡулсаһы, Салауатта Ғафури урамдары участкалары ремонтланды. Доклад барышында Елена Прочаковская район башлыҡтарына муниципаль заказдар буйынса эштәрҙе башҡарыуҙы контролдә тотоу кәрәклегенә иғтибар итергә ҡушты.
Икенсе урынға төҙөкләндереү мәсьәләләре сыҡҡан (бер аҙнала 677 мөрәжәғәт). Кешеләр үләнде сабыуҙы, парктарҙа һәм скверҙарҙа таҙалыҡ, тәртип урынлаштырыуҙы һорай. Социаль хеҙмәтләндереү темаһына белдереүҙәр тикшерелгән өс йүнәлештең исемлегендә һуңғыһы булып тора. Социаль пособие түләүгә ҡағылышлы һорауҙар элеккесә күп, әммә кәмеү тенденцияһы ла күҙәтелә. Был - республика Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм Урындағы үҙидара үҙәгенең берлектәге эше. Уның базаһында халыҡтың социаль пособиелар түләү темаһына һорауҙары буйынса “ҡыҙыу элемтә” менән хәл-торош үҙәге булдырыласаҡ.
Шулай уҡ республика халҡын һаулыҡ һаҡлау темалары борсой, йәмәғәт транспорты эше буйынса мәсьәләләр бар.
Елена Прочаковская Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенең урындарҙағы етәкселек, министрлыҡ һәм ведомстволарҙағы коллегаларҙың эшмәкәрлеге менән айырылғыһыҙ бәйле булыуын билдәләне. Үҙ-ара тығыҙ хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендә 4 июлдән 10-ына тиклем 4 303 инцидент эшкәртелгән. Был бер аҙна элеккегә ҡарағанда 166 мөрәжәғәткә күберәк.
Халыҡ менән кире бәйләнеш бик мөһим, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. Шуға күрә үтенестәргә ҡолаҡ һалырға кәрәк. Шул иҫәптән тораҡ пункттар эсендә үлән сабыу мәсьәләләре буйынса ла.
- Ямғырҙар яуғас, үлән ныҡлап үҫә, кәрәк булған осраҡта коммуналь хеҙмәттәрҙең эш графигын үҙгәртергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.