Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
18 Июль , 21:00

Көндәр эҫе торғанға...

Йорттарға һыу барып етмәй. Халыҡ тағы ла ниҙәргә борсола?

Көндәр эҫе торғанға...
Көндәр эҫе торғанға...

Бөгөн төбәк етәксеһе Радий Хәбиров үткәргән Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы начальнигы урынбаҫары Дмитрий Черенков социаль селтәрҙә халыҡтың мөрәжәғәттәре тураһында һөйләне.

11 – 17 июлдә “Инцидент менеджмент” мәғлүмәт системаһы һәм “Дәүләт хеҙмәттәре. Бергәләп хәл итәбеҙ” платформаһы тарафынан граждандарҙан килгән 4337 мөрәжәғәт теркәлгән. Был элгәре аҙна менән сағыштырғанда 233-кә күберәк.

841 белдереүҙә төҙөкләндереү темаһы күтәрелә. Граждандар йәмәғәт киңлектәрен, йорт яны биләмәләрен, балалар майҙансыҡтарын төҙөкләндереүҙе үтенә, парктарға, ял зоналарына иғтибарҙы йүнәлтә.

Юл темаһы икенсе урынға төшкән – 794 мөрәжәғәт. Уларҙың күпселеге соҡорҙарҙы ямауға, юлды тигеҙләүгә, ҡырсынташ түшәүгә ҡағыла. Өсөнсө урында – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ. Бер аҙна эсендә мөрәжәғәттәр һаны 248-гә артып, 687 тәшкил иткән. Мәсьәләләрҙең байтағы һыу тәьминәтенә ҡағыла. Көндәр эҫе торғанға күрә халыҡ баҡсаға һибеү өсөн һыуҙы күпләп тотона, һөҙөмтәлә йорттарға һыу барып етмәй.

Республика халҡын шулай уҡ социаль түләүҙәр, һаулыҡ һаҡлау, сүп-сарҙы ситкә ташыу проблемаһы борсой.

Дмитрий Черенков әйтеүенсә, Республикаға идара итеү үҙәге 11 – 17 июлдә муниципалитет хакимиәттәрендәге коллегалары менән берлектә 4362 инцидентты тикшергән (элгәре аҙна менән сағыштырғанда 59 мөрәжәғәткә күберәк).

Фото: joy-magazin.ru

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в