Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
17 Август 2022, 18:00

Проблемалар иғтибарһыҙ ҡалмай

Йыл башынан Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге халыҡтың 142024 мөрәжәғәтен ҡабул иткән.

Проблемалар иғтибарһыҙ ҡалмай
Проблемалар иғтибарһыҙ ҡалмай

2022 йылдың 1 ғинуарынан 16 авгусына тиклем Республикаға идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системалары халыҡтан 149595 мөрәжәғәт теркәгән. Шуларҙың 120023-ө социаль селтәрҙә “Инцидент-менеджмент” системаһына эләккән, 29572-һе “Дәүләт хеҙмәттәре. Бергәләп хәл итәбеҙ”гә килгән. Республикаға идара итеү үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан 142 024 мөрәжәғәт эшкәртелгән: 114393-ө - “Инцидент-менеджмент” аша, 27631-е - Кире бәйләнеш платформаһы аша.

2018 йылдың октябренән ЦУР системалары аша халыҡтан 574059 мөрәжәғәт килгән, уларҙың 567185-е әҙер. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Инцидент-менеджмент” – социаль селтәрҙәрҙә комментарийҙар мониторингының роботлаштырылған системаһы ул.

Кире бәйләнеш платформаһы, үҙ сиратында, халыҡҡа "Дәүләт хеҙмәттәре" порталындағы махсус форма йәки республика ҡала, район, министрлыҡ һәм ведомство хакимиәттәре сайттарындағы виджеттар аша власть органдарына мөрәжәғәт итергә мөмкинлек бирә. Проблема тураһында хәбәр итеү өсөн "Дәүләт хеҙмәттәре"ндә теркәлеү ҙә етә.

– “Инцидент-менеджмент” һәм Кире бәйләнеш платформаһы аша килгән хәбәрҙәр граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эште көйләгән федераль законға инмәй, улар буйынса ҡаралыу срогы 30 көнгә тиклем тәшкил итә, был уларҙы ҡарау процесын тиҙләтергә мөмкинлек бирә, – тип билдәләй Башҡортостан Республикаһы Башлығының социаль коммуникациялар идаралығы начальнигы урынбаҫары Дмитрий Черенков.

Республикаға идара итеү үҙәгендә ошо системаның төрлө модулдәре ярҙамында алынған мәғлүмәтте анализлайҙар (“Хәбәрҙәр”, “Тауыш биреү, һорау алыуҙар һәм фекер алышыуҙар”).

– Шуныһы мөһим, Кире бәйләнеш платформаһы аша кешеләр проблемаларға зарланып ҡына ҡалмай, ә, мәҫәлән, табиптарға, уҡытыусыларға һәм тәрбиәселәргә рәхмәтен дә белдерә, – ти Дмитрий Черенков.

– Платформа ҡулланыуҙа бик уңайлы, барыһы ла аныҡ яҙылған, - тип иҫәпләй Өфө ҡалаһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Вил Төхвәтуллин. – Кире бәйләнеш оҡшай. Әгәр яуап ҡәнәғәтләндермәһә, уға ялыу бирергә һәм мөрәжәғәтте ҡабаттан ҡарарға мөмкин.

”Дәүләт хеҙмәттәре. Бергәләп хәл итәбеҙ” кире бәйләнеш платформаһы илдең бөтә төбәктәрендә лә тиерлек индерелде. 2022 йылдың тәүге ярты йыллығында рәсәйҙәр 1,65 миллиондан ашыу һорау ебәргән, 5,3 мең һорау алыуҙа һәм норматив акттарҙы тикшереүҙә ҡатнашҡан.

– "Дәүләт хеҙмәттәре"ндә кире бәйләнеш платформаһы граждандарҙан кире бәйләнеш алыу өсөн киң мөмкинлектәр бирә, системалы ғына түгел, ҡайһы берҙә үтә мөһим шәхси мәсьәләләрҙе лә хәл итергә мөмкинлек бирә, – тип билдәләй Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко.

Фото: ЦУР.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: