Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
30 Август , 20:30

“А-Кафе” урынында йорт булырмы?

Суд хәл итер...

“А-Кафе” урынында йорт булырмы?
“А-Кафе” урынында йорт булырмы?

Торлаҡ комплексы төҙөлөшө билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелә. Башҡортостандың Арбитраж судында эште ҡарау дауам итә. Мәғлүм булыуынса, Өфө ҡалаһы хакимиәте Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре идаралығының ошо ерҙе файҙаланыуға рөхсәт биреүе тураһындағы ҡарарын ғәмәлгә яраҡһыҙ тип таныуҙы һорай. Яуап тотоусы – Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы.

“Проспект” махсус төҙөлөш ойошмаһы һүтелгән ресторан урынында торлаҡ комплексы төҙөүгә рөхсәтте 2019 йылда уҡ алған. “А-Кафе” 2021 йылда ғына һүтелә. Әммә баш ҡала мэрияһы, төҙөлөшкә рөхсәт биреү ғәмәлдәрен туҡтатып тороуҙы һәм был ерҙә һәр төрлө төҙөлөш эштәрен башҡарыуҙы тыйыуҙы  юллап, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре идаралығының участканы файҙаланыуға рөхсәт биреү тураһындағы ҡарарын ғәмәлгә яраҡһыҙ тип таныу хаҡында Арбитраж судҡа ғариза яҙа.

Ошо тирәлә йәшәгән халыҡ та торлаҡ комплексы һалыуға ҡаршы сыға. Уларҙың дәлилдәре нигеҙле: биләмәлә былай ҙа тығыҙ, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында урын юҡ. Бынан тыш, күп ҡатлы йорттар биҫтәнең архитектур йөҙөнә лә кире йоғонто яһар ине.

Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың Торлаҡты һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты ла Арбитраж судҡа объект төҙөүгә бирелгән рөхсәтте законһыҙ тип таныу тураһындағы ғариза менән мөрәжәғәт итә. 25 августа комитет Өфө ҡалаһы хакимиәтенә мотлаҡ талаптарҙы боҙоуға юл ҡуйырға ярамағанлығы хаҡында иҫкәртә һәм йорт һалыуға рөхсәт биреү ғәмәлдәрен туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул итергә тәҡдим итә. Эште ҡарау 5 октябргә тәғәйенләнә.

Өфөләге күсемһеҙ милек агентлыҡтарының береһендә эшләгән юрист Александр Иванов әйтеүенсә, “А-Кафе” урынында торлаҡ комплексы төҙөлөшө ҡайтанан башланған осраҡта унан фатир һатып алыусылар өсөн билдәле бер дәрәжәлә хәүеф бар. Суд эштәренең оҙаҡҡа һуҙылыуы, һөҙөмтәлә йорт һалыу срогының да билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелеүе ихтимал. Өҫтәүенә төҙөлөшкә ҡырҡа ҡаршы булған урындағы халыҡты ла иҫәпкә алмау мөмкин түгел, ти эксперт.

Был йорттан фатир алырға теләгәндәргә ныҡлы уйларға кәрәк: төҙөлөшкә бәйле мәсьәләлә билдәһеҙлек булғанда, аҡса һалыу аҡыллы аҙыммы? Был рәүешле алданған өлөшсөләр исемлеген дә тулыландырырға мөмкин бит. Элекке ресторандың биләмәһенә бәйле хәлде артабан да күҙәтеп барырбыҙ.

Фото: ufaved.info

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в